Башҡортостандан 15 ғалим Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә стажировка үткән

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала белдерә. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ойошторған быйылғы беренсе халыҡ-ара эш сәфәре булды. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленде. Аграр тармаҡ белгестәре ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы технологиялар, ҡырыҫ климат шарттарында яңы сорттар сығарыу ысулдары менән танышҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәре ғәрәптәр менән молекуляр онкология өлкәһендә тикшеренеүҙәр уҙғарыу тураһында килешкән. Шәреҡ телдәрен өйрәнеү буйынса ла халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытырға иҫәп тотабыҙ, тигән Башҡортостан Башлығы. “Беҙҙең маҡсат республиканы Рәсәйҙең фән үҙәгенә әйләндереү. Сит илдәрҙә тәжрибә туплау ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырырға һәм фәнни бәйләнештәрҙе киңәйтергә мөмкинлек бирә”,  тип яҙа Радий Хәбиров.