Уға әҙерлек сиктәрендә бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күнекмәләр ойошторолдо.
Урман һәм ҡоро үлән яныуға, уттың ауылдарға һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймаҫ өсөн Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Әле Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарындағы урмандар ут эсендә ҡалған. Ошондай фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында Өфөлә команда-штаб уҡыуҙарына әҙерлек бара. Бының өсөн Урмансылар паркының мангал зонаһы һайланған.
Сценарий буйынса 3 гектар майҙанда шартлы янғын сығырға тейеш. Көслө ялҡын эргәләге торлаҡ йорттарға, социаль объекттарға һәм биләмәләге хайуандар вольерына оло хәүеф тыуҙыра. Утҡа ҡаршы көрәшкә 60 берәмектән ашыу техника һәм 200 кеше йәлеп ителәсәк.