Шаран районында «Маркетплейстарҙа аҡса эшлә» тип аталған бизнес-осрашыу үтте

Спикерҙар булып ошо өлкәлә тәжрибә туплаған эшҡыуарҙар сығыш яһаны. Белгестәр маркетплейстарҙа эш системаһы, уның өҫтөнлөктәре һәм кәмселектәре тураһында һөйләне. Был майҙанда бизнес асыу өсөн команданы нисек тупларға, эш башлағанда нимәгә иғтибар итергә, ниндәй тауар бөгөн һорау менән ҡуллана - үҙ эшен башларға теләүселәр ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алды. Сараға килеүселәр өсөн осрашыу һөҙөмтәле булды.