Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә йөҙ маскировка селтәре ебәрелде

Улар «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһының «Максировка Щит Өфө» ирекмәндәр үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге нигеҙендә әҙерләнгән. Камуфляж ҡатлам хәрбиҙәрҙең теләген иҫәпкә алып тегелгән. Септә үреү артабан да дауам итәсәк.

Ҡул эшенә тиҫтәләп кеше ҡушылған. Маскировка селтәре ҡоралланыуҙы, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереү өсөн үрелә.

Маскировка селтәрҙәре заявкалар буйынса әҙерләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән уларҙың төҫө, күләме лә килешелгән. Бынан тыш, беҙ гуманитар ярҙам йыйыу ҙа ойошторҙоҡ.

Павел Васильев, «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры