Иглин районы Яңы Троицкое ауылы музейында мәктәп уҡыусылары «Һуғыш балалары» быуыны вәкиле Константин Фёдорович Трегубов менән осрашты.
Үҙешмәкәр рәссам, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы уҙған быуаттың крәҫтиән көнкүреше йорт-музейын ойошторған. Таутөмән ауылы мәктәбе уҡыусылары экспонаттар менән танышты. Музейҙа иләү, күмер үтек, гармун кеүек көнкүреш әйберҙәре бар. Бынан тыш, Константин Фёдорович уҡыусыларҙы үҙенең картиналары, фотоһүрәттәре, ауылдың тарихы менән таныштырҙы. Раритет патефонын ҡабыҙып, балаларға Леонид Утесовтың йырҙарын ишеттерҙе.