Быйыл Рәсәйҙең энергетика өлкәһендәге иң күләмле бишәү исемлегенә ингән сарала Ҡытай, Иран, Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан вәкилдәре лә ҡатнашыуы көтөлә. Ғөмүмән, 23 майҙан 26 майға тиклем үтәсәк форум барлыҡ рекордтарҙы ла уҙҙырыр тип көтөлә.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл форум сиктәрендәге күргәҙмә асыҡ һауаға сығарыла. Ҡатнашырға теләүселәрҙең күплеген иҫәпкә алып өҫтәмә павильондар ҙа төҙөү ҡаралған. Унда өс йөҙҙән ашыу компания һәм предприятие үҙҙәренең нефть, химия һәм газ өлкәһендәге ҡаҙаныштарын ҡуясаҡ. Шуларҙың һикһәне Өфөлә уҙғарылған форумда тәүгә ҡатнаша. Форумдың эшлекле өлөшө тағы ла байыраҡ. Сығыш яһарға теләүсе спикерҙар ғына дүрт йөҙгә еткән.