Әлшәй районы Тавричанка ауылы табип амбулаторияһында дарыухана асылды

Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылда аптека булмаған, дөрөҫөрәге, элек эшләп килгәне ябылған. Халыҡҡа был төр медицина ярҙамын Раевка үҙәк район дауаханаһы күрһәтә. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән Миңниса Миңлебай ҡыҙы олоғайған көнөндә дарыуҙар менән генә йәшәй. Ауылда дарыухана ябылғас, препараттарҙы алдырыу ҡыйынға тура килһә, хәҙер яңы дарыухана табип-амбулаторияның үҙендә. Участка терапевы бүлмәһенән ул тура шунда инеп үҙенә кәрәклеһен һатып алып сыға.

Әлшәйҙең Тавричанка ауылы Раевканан да, Стәрлетамаҡтан да яҡынса 60 саҡырым алыҫлыҡта. Өлкәндәргә аптека юллап йөрөү ауырға тура килә, сөнки транспорт мәсьәләһе бар.

Бынан һуң кәрәкле дарыуҙарҙы ауыл халҡы амбулаториянан килеп аласаҡ, әле бында 30 төрлө дарыу препараты килтерелгән.

Участка терапевы Зөлфирә медицинала ҡырҡ йылдан ашыу. Ҡыҙыл табип амбулаторияһында 1991 йылдан. Терапевт ун ауылдың 1300 тирәһе кешеһен хеҙмәтләндерә. Бында көндөҙгө стационар ҙа бар.

Медицина учреждениеларында дарыухана - ғәҙәти күренеш, әммә был аптека шәхси түгел, үҙәк район дауаханаһыныҡы. Медицина учреждениеһында дарыуҙарға заказ эшләү һәм һатып алыу кеүек эш өсөн айырым белгестәр бар.

Район дауаханаһы дарыухана ассортиментын киңәйтеү өҫтөндә эшләй, сөнки пунктта яҡынса 200 дарыу препараты булырға тейеш.

Рәмилә Исмәғилева