Сорғот ҡалаһында Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтар Еңеү көнөн билдәләне

Сорғот ҡалаһында Еңеү көнөндә Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтар «Мәңгелек ут» мемориал комплексына сәскә гөлләмәләре һалып ветерандарҙы, яугирҙарҙы иҫкә алды. Хәтер митингында хәрби-патриотик ойошма вәкилдәре, дин әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға оло хөрмәт менән аяҙ күк йөҙө өсөн рәхмәтен еткерҙе. Фашизм менән көрәштә үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән олатай-өләсәйҙәр һәр ғаиләлә тиерлек булған, шуға ла ватандаштар Бөйөк байрам көнөндә ветерандарҙың портреттары менән сыҡты.