Төбәктә ойошторолған бишенсе ирекле батальон яугирҙары иртәгә 12 майҙа хәрби әҙерлек пункттарына юллана. Осрашыуҙа Радий Хәбиров ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп уларҙың көндәлек мәшәҡәттәрен ойоштороу буйынса ярҙам һорауҙарына туҡталды.
Таһир Күсимов исемендәге батальон һалдаттары тиҙҙән ойоштороласаҡ Башҡорт полкы составына инәсәк тип күҙаллана. Махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтар бер полкҡа тупланған осраҡта уларға ярҙам итеү, аралашыу һәм рухи күҙлектән хәрби бурысты башҡарыу күпкә еңелерәк буласаҡ.