Был турала Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Рәсәй төбәктәре үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында белдерҙе. Кәңәшмә видеоэлемтә тәртибендә үтте. Ултырышта милли проекттар һәм федераль программалар үтәлеше ҡаралды.
Марат Хөснуллин билдәләүенсә, илдә төҙөлөш-инвестиция циклы мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш башҡарыла. Был сара граждандар өсөн мөһим объекттарҙы сафҡа индереүҙе тиҙләтергә, төҙөүселәрҙең сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә. Тармаҡ проекттары һуңғы йылдарҙа 2 мең 181 көн урынына мең 574 көндә сафҡа индерелә. Йыл аҙағына тиклем уны мең 300 көнгә тиклем ҡыҫҡартыу бурысы ҡуйылған тип белдерҙе Марат Хөснуллин.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары фекеренсә, проекттар буйынса ваҡытында килешеү төҙөп, төҙөлөш эштәрен башлау һәм барлыҡ пландарҙы теүәл үтәү мөһим. Был йәһәттән Башҡортостан, Түбәнге Новгород, Пенза өлкәләре, Чечен һәм Бүрәт республикалары менән бер рәттән тейешле талаптарҙы теүәл үтәүгә әһәмиәт биргән алдынғы төбәктәр исемлегендә.