Тәүге һайлап алыу этабында баш ҡала райондары белем усаҡтары һәм полилингваль мәктәптәр хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Унышар кешенән торған командалар «Атайсалға хеҙмәт итәм» темаһы буйынса визитка менән сығыш яһаны. Икенсе этап «Педагогик хазина» тип аталды, унда һөнәри педагогик оҫталыҡ күрһәтелде. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәт, йолалар, халыҡ ижадына арналған интеллектуаль уйында белеме баһаланды.
Бәйгене республиканың башҡа райондарында ла уҙғарыу ҡаралған, финал йыл аҙағында көтөлә. Сараны ойоштороусы булараҡ Республика мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге сығыш яһай.