Ул июнь аҙағында төбәктәр форумы алдынан ойошторола. Быйыл йыйында 35 йәшкә тиклем 500 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдар, белгестәр саҡырыла. "Йәштәр эшҡыуарлығы", "Патриотик тәрбиә", "йәш етәкселәр", "студент отрядтары" йүнәлештәре буйынса фекер алышыу ҡаралған. Форум Ағиҙел ярында Йәштәр көнө уңайынан саралар менән тамамлана.