Башҡортостан тауар балын етештереү буйынса илдә алдынғы урын биләй, 2022 йылда төбәктә 7 мең тонна татлы ризыҡ һатыуға сығарылған. Киләсәктә был йүнәлеште тағы ла үҫтереү ҡарала. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса быйыл февралдә солоҡсолоҡто үҫтереү программаһы әҙерләнгән.
кумент башҡорт бал ҡорто популяцияһын арттырыуға, халыҡ традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән. Программа турист маршруттарын үҫтереүгә лә булышлыҡ итергә тейеш. Ултырышта билдәләнеүенсә, дәүләт ярҙамы башҡорт бал ҡорто, солоҡ һатып алған өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға, лаборатор тикшеренеүҙәрен субсидиялауға йүнәлтелә.