Виртуаль ысынбарлыҡ тренажерын уйлап сығарған Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты илдең һәләтле балалары өсөн «Сириус» белем биреү үҙәгенә саҡырыу алған. Талантлы уҡыусыларҙың инновацион эштәре менән БЮТ ижади төркөмө танышты.
Студент биргән команда буйынса пирамидала һүрәт барлыҡҡа килә, ул фәнни телдә псевдогаллографик ярҙамсы тип атала. Тауыш менән идара итеү һәләтенә эйә проектты дүртенсе курс студенты уйлап сығарған.
Азат Ғариповтың сығарылыш эше - виртуаль ысынбарлыҡ тренажеры. Ул нефть сәнәғәте тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе һәм йәш белгестәрҙе уҡытыу өсөн кәрәк. Унда завод, йә предприятие бүлмәһенең ысын күсермәһе бар, ҡоролмала йәш белгестәр диспетчер һөнәрен үҙләштерә ала.
Сочи ҡалаһында үткән фестивалдә тотош илдән 400-ҙән ашыу проект ҡатнашҡан, шулай уҡ егермеләп сит илдән йәш авторҙар инновацион проекттары менән сығыш яһаған. Өфө студенттары илдең һәләтле балалары өсөн «Сириус» белем биреү үҙәгенә саҡырыу алған. Республикала йәштәрҙең башланғыстарын хуплау һәм тормошҡа ашырыу өсөн махсус үҙәк эшләй.
Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары әле эштәрен камиллаштырыу өҫөндә эшләй. Юғары уҡыу йорто уҡытыу процессын практика менән берлектә алып барыу маҡсатын ҡуйған. Студенттар үҙ эштәрен ғәмәлдә һынап ҡараясаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова