Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында халыҡты ағас менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды

Республикала йәшәгән һәр ғаилә 25 йылға бер тапҡыр йорт төҙөү өсөн 100 кубометр ағас алырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, ихаталағы башҡа төҙөлөштәр, ремонт эштәре өсөн ағас алырға мөмкин. Былтыр бөтәһе 750 мең кубометр ағас бүленгән, уның яртыһы тиерлек йорт төҙөү өсөн. Шулай уҡ янғындан зыян күреүселәр, ишле, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, урмансылыҡта эшләгән йәш белгестәр сиратһыҙ ағас алыу хоҡуғына эйә.

Быйылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә лә ташламалы рәүештә йорт йылытыу ағас бирелә, улар утынды үҙҙәре әҙерләгән осраҡта хаҡтың 10 процентын ғына түләй. Ошо маҡсатта әле 615 ғаилә өсөн 6 мең кубометр ағас бүленгән.