Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы иң яҡшы шәфҡәт туташтарын тәбрикләне

Һөнәри байрам алдынан медициналағы урта персоналды ҙурлау һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында матур йолаға әйләнгән. Шәфҡәт туташтары ысынлап та, ҙурлау һәм маҡтауға лайыҡ, ти табиптар. Сөнки дауаханаларҙа 80 процентҡа тиклем эште тап урта персонал башҡара. Пациенттарҙың кәйефе, дауалау һөҙөмтәһе лә тап уларҙың һөнәренә, үҙ эшен яратыуына бәйле.