Кушнаренко ауылы үҙәк майҙанында тәүге тапҡыр көс экстримы буйынса турнир уҙғарылды

Бөйөк Ватан һуғышының 78 йыллығына арналған ярыш республиканың иң көслө ун кешеһен берләштерҙе. Ҡатнашыусылар төрлө эстафета этаптарын үтте. Йомғаҡлау күнекмәһендә һәр кемдең 170 килограмм ауырлыҡты тартыу көсө баһаланды. Турнир һөҙөмтәләре буйынса тәүге урынды Бәләбәй ҡалаһынан Тимур Подвойский яуланы.

Ярышта Өфө, Дүртөйлө, Салауат, Бәләбәй ҡалалары, Кушнаренко районы батырҙары - барлығы ун кеше ҡатнашты. Көс экстримы яңыраҡ ҡына үҫешә башланы, спорт төрө булараҡ ни бары ике йыл элек барлыҡҡа килде.

Денис Ваһапов Башҡортостандың көс экстримы федерацияһы президенты