Июндә Белорет районында күп функциялы юл сервисы һәм ял комплексы барлыҡҡа киләсәк

Июндә Белорет районы Шығай ауылы эргәһендә күп функциялы юл сервисы һәм ял комплексы барлыҡҡа киләсәк. Октябрҙә Дыуан районы Мәсәғүт ауылында ла сауҙа объекты асыу күҙаллана. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров яҙып сыҡҡан.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республикаға туристар йылдан-йыл күберәк ҡыҙыҡһыныу белдерә. Шуға юл буйы сервистарына ла иғтибар арта. Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Республика Сауҙа министрлығында әле 12 млрд һумдан ашыу тәшкил иткән 98 проект өҫтөндә эш бара. Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә инвестиция проекттары өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелә, ҡуртымға ер бирелә, киткән сығымдарға субсидиялар бүленә.