Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә ойошторолған осрашыуға мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусылар, студенттар саҡырылды.
Ишембай мәшғүллек үҙәгендә өс йөҙҙән ашыу эшһеҙ теркәлгән. 83 ойошма 1300 тирәһе вакансия тәҡдим итә.
«Заспорт» предприятиеһының тиҙҙән ҡалала теген цехын асыу көтөлә, унда тегенселәр, энергетиктар һәм башҡа һөнәр эйәләре талап ителә.