Башҡортостандың иң яҡшы шәфҡәт туташы Республика туберкулезға ҡаршы диспансерында эшләй

Илүсә Басирова был исемде «Иң яҡшы участка шәфҡәт туташы» республика конкурсында еңеп яуланы. Быйыл һөнәри бәйге айырыуса билдәлелек алды. Унда ҡатнашырға теләк белдереп 1281 медицина хеҙмәткәре ғариза биргән. Ярымфиналға 77 дәғүәсе үтә алған. Конкурсанттар тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, пациенттарҙы йортта хеҙмәтләндереү, коммуникация тәжрибәһе кеүек практик белемдәрен күрһәткән.

Заманса медицинала шәфҡәт туташтарының роле баһалап бөткөһөҙ. Фельдшерҙар беренсел һәм ашығыс ярҙам күрһәтә, шәфҡәт туташтары табиптарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсылары, ә йәш белгестәр өсөн остаз һәм эшкә өйрәтеүсе лә. Республикала урта медицина персоналы 40 меңдән ашыу иҫәпләнә.