Сарала ҡатнашыусылар социаль педагогтар менән аралашты, балаларҙың көндәлек тормошон еңелләштереү һорауҙары буйынса фекер алышты. Фестивалдә балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, өлкәндәргә мәғлүмәт ярҙамы күрһәтелде. Был турала киләһе яҙмала.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса Мөнирә Баязитова ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләп үҫтерә. Тимур, Алтынай, Ангелинаны ул ҙур тормошҡа әҙерләй. Өфөлә үткән опека һәм попечителлек, тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләр фестиваленә улар башҡа ғаиләләр менән танышыу, аралашыу, тәжрибә туплау өсөн килгән.
Опекундарҙы берләштергән сарала балаларға күңел асыу, өлкәндәргә белемен камиллаштырыу өсөн майҙансыҡтар эшләне. Малай-ҡыҙҙар оҫталыҡ дәрестәрендә ял итһә, ата-әсәләр һәм опекундар социаль хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Улар мәғлүмәт, психология, финанс һорауҙары буйынса консультация алды.
15 майҙа үтәсәк Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан ойошторолған фестиваль яңы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарға иғтибарҙы арттырыу, уларға ярҙам итеү маҡсатында үтте. Өфөлә ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығында 1700 бала иҫәптә тора. Уларҙың күбеһе ғаилә тәрбиәһен алыштырыусы опекундар ҡарамағында үҫә. Өс йөҙгә яҡын бала ғаиләләргә тәрбиәгә алынған.
Флорида Ким