Мөхит уңайлымы? Туҡталыштарҙың 80 проценты стандарттарға яуап бирмәй. Был фактты Өфөлә йәмәғәт палатаһының ведомство-ара комиссияһы асыҡлаған. Йәмәғәт урындарында, туҡталыштарҙа транспорт хәүефһеҙлеген хәл итеү юлдарын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Ильмира Сәлимоваға ҡала үҙәгендә урынлашҡан социаль объекттарға барып етеү өсөн йәмәғәт транспортында йөрөргә тура килә. Был юлы ла уға коляскала автобусҡа инеү өсөн күп тырышлыҡ һалырға тура килде. Автобус водителе коляскалағы пассажир ҡуйған талаптан юғалып ҡалды. Башта пандус эшләмәй тигән яуап бирҙе, һуңынан уны күтәреп ҡарарға булды.
Өфө фән һәм технологиялар университетының 3-сө курс студенты Авиация техникумы туҡталышында панелдең автобус күтәрмәһенән күпкә түбән булыуын билдәләне.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы мөхит тыуҙырыуҙа дәүләт программаһы үтәлеше Башҡортостан йәмәғәт палатаһында үткән түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәтселек советы рәйесе Рөстәм Баязитов мөмкинлектәре сикләнгәндәргә уңайлыҡтар булдырыу, юлда йәйәүлеләр ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү һәм туҡталыштарға ревизия яһау тәҡдимен индерҙе.
Тикшереү барышында мөмкинлектәре сикләнгәндәргә Өфөлә уңайлы туҡталыштар барлығы ла асыҡланды. Геройыбыҙ Өфөнөң «Конди» һәм «Йәшел сауҡалыҡ» туҡталыштарында ҡаршылыҡтарға осраманы.
Башҡортостан йәмәғәт палатаһының Сәләмәтлек, социаль сәйәсәт, ғаилә һәм балалыҡты яҡлау буйынса комиссияһы ағзаһы Олег Ротов иһә йәмәғәт транспортында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсус ҡушымта ҡулланыу кәрәклеген билдәләне. Ильмира Сәлимова әлегә уны автомобиль заправкаһында ғына файҙалана.
Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре тәҡдим иткән мобиль ҡушымта ярҙамында йәмәғәт транспорты маршрутын күҙәтергә мөмкин. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар автобустағы уңайлыҡтарҙы алдан белеп, туҡталышҡа сыға һәм теләгән еренә юллана ала.
Гүзәл Борханова