Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләкән районында махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егеттәрҙең ата-әсәләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе илһөйәр яугирҙар тәрбиәләп үҫтергән ғаиләләргә оло рәхмәтен белдереп дәүер геройҙарының исемен мәңгеләштереү кәрәклеген билдәләне. Радий Хәбиров һәләк булған һалдаттар уҡыған мәктәптәрҙә таҡтаташ һәм Дәүләкәндә геройҙар аллеяһын асыу тәҡдимен индерҙе.