Заманса ҡоролма федераль кимәлдә танылыу яулағандан һуң, йәш ғалимдар уны камиллаштырыуға матди ярҙам да йәлеп иткән. Бөгөн уны ҙур күләмдә етештереүгә илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министры ҡыҙыҡһыныу белдергән. Техника нимәһе менән уникаль? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Дронды блоктарға бүлеү тәүгә Күмертау студенттары башына килгән. Заводта етештерелгән квадрокоптерҙар детале сафтан сыҡҡан осраҡта, ҡоролманы тулыһынса һүтеп, ремонтларға, кире йыйырға кәрәк. Ә бында яңыһына алмаштырыу ҙа етә. Техниканың электр тапшырыу линияларын тикшереү өсөн тәғәйенләнгәнен иҫәпкә алғанда, был бик уңайлы мөмкинлек. Йәғни, тәбиғәт шарттарында ла электрик дронды үҙаллы ремонтлап ала. Запас деталь генә кеҫәңдә булһын.
Бының менән генә пилотһыҙ аппараттың өҫтөнлөктәре сикләнмәй. Дрон электр линияларында боҙоҡлоҡто табып ҡына ҡалмай, уны фото һәм видеоға теркәй. Бынан тыш, Күмертау йәш ғалимдары уны беҙҙең төбәк һауа шарттарына яраҡлаштырып эшләгән. Ҡоролма 20 градус һыуыҡтан 30 градус эҫегә тиклем сафта ҡала ала. Сағыштырып әйткәндә, баҙар дрондары 15 градус һыуыҡта ла ватылырға мөмкин.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Күмертау филиалында эшләп килгән Хәрби уҡытыу үҙәгендә дрон менән идара итеү уҡыу программаһына ингән. Теоретик белемгә эйә булғандан һуң, студенттар башта симуляторҙарҙа, һуңынан ысын ҡоролма менән эш итә. Күнекмәләр «КүмАПП» ойошмаһының осоу майҙансығында үтә.
Йәш ғалимдарҙың электр линияларын тикшереү буйынса дрон проекты Палатников премияһына лайыҡ булған. Ошо көндәрҙә Сочиҙа үткән «От винта!» фестивалендә илдең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәкселеге ҡоролманы ҙур күләмдә етештереү буйынса ҡыҙыҡһыныу белдергән. Яҡын арала уникаль ҡоролманың файҙаланыла башларына ышаныс көслө.
Рәзилә Ғиниәтуллина