Хеҙмәт юлын ябай санитарканан башлаған геройыбыҙға йәштәргә остаз, пациенттарға кәңәшсе, психолог та булырға тура килә. Уның эш тәжрибәһе менән БЮТ ижади төркөмө таныштыра.
Әлфирә Хәтмулла ҡыҙы шәфҡәт туташы һөнәренә 54 йыл ғүмерен бағышлаған. 16 йәшендә Благовар районынан Өфөгә килә. Хеҙмәт юлын 1966 йылдың 10 сентябрендә 8-се дауаханала санитарка булып башлай. Шул уҡ йылды 1-се Өфө медицина училищеһының киске бүлегенә уҡырға инә. Махсус медицина уҡыу йортон тик бишле бәлдәләренә генә тамамлай. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы 8-се дауаханала эшләй. Үҙенең яратҡан һөнәренә йәштәрҙе өйрәтә. Тәжрибәле остаз, изге күңелле шәфҡәт туташы меңәрләгән кешеләргә һауығып аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән.
Шәфҡәт туташтары көнөндә Әлфирә Хәтмулла ҡыҙы яҡындарынан, коллегаларынан ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә. Медицинала һалған һуҡмағы тик тырышлыҡтан, фиҙаҡәр хеҙмәттән тора. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тәжрибәле белгесте 21 -се дауаханала көндөҙгө стационар асырға саҡыралар. Унда тиҫтә йылдан ашыу өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Һуңғы биш йылда тәжрибәле медицина хеҙмәткәре йөҙөү спорты менән шөғәлләнеүсе йәштәр һаулығы һағында тора. Яратҡан эшенән, йәмғиәткә файҙалы булыуҙан ул кинәнес таба.
Яратҡан эшенә ярты быуаттан ашыу тоғро ханым, йәштәрҙең дә күпләп медицинаға тартылыуын һәм урта звено хеҙмәткәрҙәре сафын тулыландырыуҙарын теләй.
Гүзәл Борханова