Өфөнәң «Йәшлек-хаус» йәштәр майҙансығында «Үҫеш биләмәһе»нең сираттағы миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Унда проекттың республика район-ҡалаларында эшләп килгән резиденция вәкилдәре ҡатнашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
IT технологиялар һәм робототехника - «Үҫеш биләмәһенең» тиҫтәләгән кластерҙрының береһе. Бында мәктәп уҡыусылары алгоритмдар төҙөргә өйрәнә. Балаларҙың уңыштары менән Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова һәм «Бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова танышты.
«Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт» төбәк проектының тарихы 2019 йылда Салауат ҡалаһында старт алғайны. Уның маҡсаты «Мәғариф» милли проектына ярашлы, мәктәп уҡыусыларының белемен камиллаштырыу һәм һәләтен үҫтереү өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр асыу. Форум һөҙөмтәһе булараҡ республиканың муниципалитеттарында проекттың резиденциялары булдырыла. Һәр береһенә остаз, лидер һәм амбассадор тәғәйенләнә. Улар резиденцияның тематик кластерын билдәләп эш планын төҙөй, саралар ойоштора.
Үткән миҙгелдә «Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт» проекты тағы 5 резиденцияға артып, биләмәләр иҫәбен 20-гә еткергән. 400-гә яҡын сарала 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң әүҙемдәре төбәк һәм федераль кимәлдә үткән форумдарҙа көсөн һынап, грант алыуға өлгәшкән.
Миҙгелде ябыу сараһында яңы идеялар брифингы, остаздар менән әңгәмә, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Проекттың иң әүҙем ҡатнашыусылары бүләкләнде.
Сарала яңы уҡыу йылынан старт аласаҡ киләһе миҙгелгә маҡсаттар билдәләнде. Атап әйткәндә, резиденцияларҙы, уларҙа уҙғарылған сараларҙы арттырыу һәм тәжрибәне артабан таратыу тора.
Әлфинә Килдейәрова