Төҙөлөш буйынса төп мәсьәләләр бөгөн «Торатау» Конгресс-холында Башҡортостандың Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән стратегик сессия барышында ҡаралды.
Майҙансыҡ концепцияһын «Сколков» фонды белгестәре булдырған. Кампустың төп бинаһы 36 мең квадрат метр майҙанды биләй һәм ул студенттар ижады үҙәге буласаҡ. IQ парк баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарына бүлеп бирелгән. Бинаның төп өлөшөндә эшлекле зоналар, йәмәғәт урындары, эшҡыуарҙар майҙансығы, ә юғары ҡаттарҙа «аҡыллы» китапхана, IT-технопарк эшләр, тип күҙаллана.
Вуз-ара кампус республикала алдынғы фән белгестәре һәм технологиялар үҙәге буласаҡ. Биләмәнең төп өлөшө проектын яҡын арала раҫлап, төҙөлөштө быйыл уҡ башлар кәрәк, тип белдерҙе Андрей Назаров. Объекты ике йылда файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйылған.