Май айындағы ҡырау үҫентеләргә зыян килтергән. Республиканың бер-нисә районында 7-8 градус һалҡындар 40 процент тирәһе үҫентеләрҙе юҡҡа сығарған. Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, көндәрҙең һыуытыуы шәкәр сөгөлдөрө, арпа, рапс һәм башҡа ауыл хужалығы культуралары өсөн дә хәүефле. Тотороҡһоҙ һауа шарттарының киләһе уңышҡа тәьҫирен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Һарғайып бөткән ужым арышы үҫентеләре ел иҫеүенә лә ҡаршы тора алмай. Бөтәһенә лә май айындағы тотороҡһоҙ һауа торошо сәбәпсе, ти аграрийҙар. Ай башындағы йылы ҡояш нурҙары ауыл хужалығы культураларын һабаҡҡа үҫтерһә лә, төндә төшкән ҡырау үҫентеләргә һалған бөтә тырышлыҡты юҡҡа сығарған.
Яҙғыһын күҙәтелгән түбән температура сәсеүлек майҙандарына айырыуса зыян килтергән. Тармаҡландырып, тамыр йәйеп ер өҫтөнө күтәрелгәндә үҫентеләр ҡырауға бирешеүсән, ти аграрийҙар. Бындай һалҡындарға ужым шытымдары ҡаршы тора алмай.Түбән температурала уларҙы хатта ҡар һәм ер ышығы ла ҡотҡара алмай.
Ауыл хужалығы эшсәндәре быйыл йәй мул уңышҡа өмөтләнһә лә, май айындағы һыуыҡ көндәр уларҙың тырыш хеҙмәтен юҡҡа сығарған.
160 гектарҙағы был баҫыуҙа сенаж өсөн сәселгән культуралар яҙғы ҡырау һуғыуҙан һәләк булған. Әлеге ваҡытта аграрийҙар баҫыуҙы яңынан сәсеү менән мәшғүл. Бындай осраҡ хужалыҡ тарихында тәүге тапҡыр күҙәтелә, тип билдәләй белгестәр.
Ҡайһы бер райондарҙа һалҡындар 40 процент үҫентеләрҙе һәләк иткән. Шаран, Туймазы, Илеш, Кушнаренко райондары хужалыҡтары ҙур күләмдә зыян күргән.
Яҙғы ҡырау эҙемтәләре уңышты юҡҡа сығарыуҙан тыш, фермерҙар кеҫәһенә лә һуҡҡан. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса Мартыновтар хужалығына 20 миллон һумлыҡ зыян килгән. Әммә был һан күпкә юғары булыуы ла ихтимал.
Ҡырауҙан зыян күргән майҙандарҙы аграрийҙар ҡабаттан эшкәртеп, ярауайҙар сәсә. Яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ, ашламаларға яңы сығымдар талап ителә. Быйылғы һынауҙар алдында аграрийҙар көсһөҙ, һауа торошона ла бер нисек тә тәьҫир итә алмаясаҡтар. Уларға тәбиғәттән тик яҡшылыҡ ҡына көтөргә ҡала.
Гүзәл Борханова