Башҡортостандан махсус операция биләмәһенә сираттағы гуманитар колонна юлланды

Ылау алғы һыҙыҡтағылар өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған, шулай уҡ яугирҙарға туғандары айырым күстәнәстәр ҙә әҙерләгән. Яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк йыйыуға предприятиелар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, ябай халыҡ та ҡушылған. Алыҫ юлға сыҡҡан колоннаны БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова оҙатты.

Тимерғәле Ураҙғолов яугирҙарға нимә кәрәккәнен яҡшы белә. 35 йәшлек эшҡыуар алғы һыҙыҡҡа һәм хәрби күнекмәләр үткән полигондарға тиҫтә тапҡырҙан ашыу барып ҡайтҡан. Тимерғәле Рәлис улы махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Был юлы ла эшҡыуарҙар яугир яҡташтарыбыҙға иң әһәмиәтле әйберҙәрҙе туплаған һәм гуманитар ылауҙы үҙе оҙатып бара.

Гуманитар йөктө оҙатып барыусылар араһында эшҡыуарҙар ҙа, ирекмәндәр ҙә, журналистар ҙа бар. «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортаждар әҙерләһә, алып барыусы Юлия Краснова Донбастағы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән осрашыуға бара. Республиканан социаль учреждениеға бүләктәр ҙә әҙерләнгән.

Гуманитар ылау туплауға һәр муниципаль берәмек үҙ өлөшөн индергән. Логистика үҙәге «Башсельхозтехника» ауыл хужалығы предприятиеһында урынлашҡан. Һәр колонна ошонда тейәлеп юлға сыға.

Башҡортостан алғы һыҙыҡтағыларға ла, уларҙың ғаиләләренә лә даими ярҙам күрһәтә. Был эшмәкәрлекте Республика етәксеһе Радий Хәбиров шәхсән контролдә тота.

Был махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам, тыуған яҡ йылыһын илткән һуңғы колонна түгел. Әле киләһе ылау туплана.

Рәмзиә Кәримова