Конкурста илдең 25 педагогия юғары уҡыу йортонан 30 студент ҡатнаша. Уларҙы Рәсәйҙең 11 төбәгенән 22 эксперт баһалай. Жюри составында Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусылары, депутаттар, Рәсәйҙең мәғрифәт министрлығы вәкилдәре һәм башҡа абруйлы шәхестәр бар.
Конкурс илдең педагогия вуздарының перспективалы студенттарын асыҡлау, үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. «Мәғариф» милли проектының «Рәсәй граждандарын Патриотик тәрбиәләү» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Конкурс өс этапта үтә. Тәүгеһе 10 апрелгә тиклем юғары уҡыу йорттарында, икенсе этап 17-29 апрелдә онлайн вебинар формаһында ойошторолған. Ике турҙан торған финал Өфөлә 13 майҙан 18 тиклем уҙа.