«Һөт кухняһы» селтәре арта. Яҙ башынан Мишкә, Асҡын, Тәтешле һәм Кушнаренко райондарында тағы дүрт фирманың таратыу пункты асылды. Был турала социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров яҙған.
Үҙенсәлекле форматтағы яңы пункттар махсус йыһазландырылған мобиль павильондарҙа урынлашҡан. Быға тиклем был райондарҙа «Һөт кухняһы» продукцияһы Дәүләт дарыуханаларында ни бары тәғәйен кешеләргә бушлай таратылды. Сауҙала булманы. Хәҙер һөт ризыҡтары ирекле һатыла.
Яҡын арала таратыу пункттары Балтас һәм Ҡариҙел райондарында асыласаҡ. Башҡортостанда «Һөт кухняһы»ның 131 таратыу нөктәһе эшләй. Уларҙың 62-һе төрлө фирмаларҙа һәм 9 пункт дарыуханаларҙа урынлашҡан. Шулай уҡ 59 ауылға һөт, эремсек һәм йогурттарҙы махсус автокибеттәр ташый.
Файҙалы һәм тәмле һөт ризыҡтары 3 йәшкә тиклемге балаларға, бәпәй имеҙеүсе һәм буласаҡ әсәләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бушлай бирелә. Документ юллауҙы ябайлаштырырға тырыштыҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт milkrb.ru сайтында. Барығыҙға лә һаулыҡ, тиелә Радий Фәрит улының сәхифәһендә.