Иглин районы Келәш ауылы халҡы махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн картуф сәсте

Уңышты улар көҙ хәрбиҙәргә оҙатмаҡсы. Өмәселәр араһында яугирҙарҙың яҡындары ла бар. Быға тиклем ауылдаштар гуманитар ылау составында ир-егеттәргә оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре, йылы кейем-һалым ебәргән.