Сара сиктәрендә ата-әсәләр һауыҡтырыу лагерҙары сменалары менән танышты, ҡалала ойоштороласаҡ оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни-танып белеү ваҡиғалары менән танышты. Йәрминкәне «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр ялы үҙәге, коммерция булмаған «Берләшмә» ойошмаһы Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы һәм республиканың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле ярҙйамында ойошторҙо. Өлкәндәр путевкалар белешкән арала балалар күңел асыу программаһында ҡатнашты, яңы һөнәрҙәргә өйрәнде, йәш артистар сығышына тамаша ҡылды.