Республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип оҙайтыла

Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. “Үткән аҙнала Башҡортостанда 130-ҙан ашыу янғын теркәлде, 10 кешенең ғүмере өҙөлдө”, - тине ведомство етәксеһе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала тәбиғәт янғындары ла теркәлеп тора. Уҙған аҙнала ҡоро үлән йәки урман яныу осраҡтары булды. Янғынға ҡаршы махсус тәртип 15 майға тиклем ғәмәлдә ине. Ул махсус ҡарар сыҡҡанға тиклем оҙайтыла. Был осорҙа урманға барыу сикләнә, сүп-сар яндырыу, усаҡ яғыу тыйыла. Тейешле талаптарҙы боҙоусылар яуапҡа тарттырыла.