Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса 2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән эш планы билдәләнде. Бынан тыш, Биләмәләрҙе үҫтереү институты ярҙамында төҙөкләндерелгән майҙансыҡтар исемлеген киңәйтеү, төбәккә йәйге миҙгелгә туристар йәлеп итеү һәм башҡа һорауҙар тикшерелде. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Йәмәғәт майҙансыҡтарын тәртипкә килтереп Халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүсе ҡалалар исемлеге тағы ла тулылынды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә Биләмәләрҙе үҫтереү институты ярҙамында төҙөкләндерелгән проекттар иғтибарға алынды. Институт өс йыл эсендә йәмәғәт майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү өсөн федераль үҙәктән 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән. Белорет районында, Яңауыл, Дүртөйлө, Бәләбәй ҡалаларында башҡарылған архитектур проекттар иң яҡшыларҙың береһе тип табылған.
Башҡортостанда догазификация программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Был йүнәлештә башҡарылған эш күләме буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урын яулаған. Программаға ярашлы, зәңгәр яғыулыҡ үткән ауылдарҙа яңы барлыҡҡа килгән урамдар, йорттар газға тоташтырыла. Торбалар участка сигенә тиклем бушлай һуҙыла.
2021- 2025-се йылдарға иҫәпләнгән программаға ярашлы, республикала газ селтәрҙәре торлаҡ йорттарҙан тыш 300 социаль объектҡа тоташтырыласаҡ. Оператив кәңәшмәлә биләмәләргә зәңгәр яғыулыҡ үткәреү йүнәлешендәге һөҙөмтәләр баһаланды.
Оператив кәңәшмәлә туристар һәм ҡунаҡтар өсөн йәйге ялды ойоштороу һорауҙары барланды. Ваҡиғалы туризм программаһында ҡатнашыусы биләмәләр исемлеген байытыу бурысы ҡуйылды.
Ултырышта экскурсияларҙы күбәйтеү, төҙөлөш объекттарын мөмкинлектәре сикләнгән туристар өсөн уңайлыҡтар буйынса йыһазландырыу юлдары ҡаралды. Ял итеүселәргә йәшәү урындары өсөн уртаса хаҡ былтырғы кимәлдә тәҡдим ителәсәк.
Туристар өсөн шарттар булдырыу финанс мәсьәләләргә килеп тоташа. Республика Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы вәкилдәре федераль конкурста грант алыу өсөн тиҫтәләп заявка ебәргән.
Баш ҡала урамдарында июндән яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртыласаҡ. Инвестор ярҙамында ярты йыл эсендә 47 мең фонарь алмаштырылыр тип көтөлә. «Башинформсвязь» йәмғиәте менән алты йылға иҫәпләнгән килешеү нигеҙендә Өфө йыл һайын 110 млн аҡса экономиялап, уны башҡа мөһим мәсьәләләргә - баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлеккә йүнәлтәсәк.
Флорида Ким