Рәсәй почтаһы аша хәрбиҙәргә бушлай посылка ебәрергә була

Уны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә почта бүлексәһе аша һәр кем ебәрә ала. Башҡортостан халҡы бындай мөмкинлек менән май башынан файҙалана башланы. Махсус хәрби операциялағылар өсөн тәғәйенләнгән күстәнәстәр тупланмаһын почта бүлексәһендә теркәп, рәсмиләштерергә мөмкин. Операторға ул асыҡ килеш тапшырылырға тейеш. Бер кеше исеменән ебәрелгән посылкалар һаны сикләнмәй, әммә ауырлығы 10 килограммдан артмаҫҡа тейеш.

Бөтә илдән хәрбиҙәргә тәғәйенләнгән посылкалар Рәсәй Почтаһының Мәскәүҙәге логистик үҙәгенә эләгә. Почта хеҙмәте тарафынан улар тәүҙә Оборона министрлығы вәкилдәренә, һуңынан адресаттарға тапшырыла. Хәрбиҙәргә бушлай посылка ебәреү ҡағиҙәләре хаҡында тулы мәғлүмәтте Рәсәй Почтаһы контакт үҙәге телефоны аша асыҡларға мөмкин. 8-800-100-00-00.

Борис Слуцкий, «Рәсәй Почтаһы»ның Башҡортостан филиалы матбуғат хеҙмәте етәксеһе