Башҡортостан ҡотҡарыусылары Ҡурған өлкәһендә сыҡҡан янғындарҙы һүндереүҙә ярҙамлашыуын дауам итә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса идаралығының аэромобиль төркөмө Ҡурған өлкәһендә сыҡҡан янғындарҙы һүндереүҙә ярҙамлашыуын дауам итә. Төркөм составында 50 кеше һәм 7 берәмек техника иҫәпләнә. Ял көндәрендә яҡташтарыбыҙ ярҙамында өлкәнең Юрғамыш округында 1000 гектар майҙанда ландшафт янғыны һүндерелгән. Һөҙөмтәлә 117 кеше йәшәгән биләмәнең хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән.

Өфө янғын һүндереүселәре командировка ваҡытында торлаҡ йорт һәм башҡа ҡаралтыларҙа сыҡҡан янғындарҙы һүндереүҙә ҡатнашты. Хәүефле зонанан 70-ләп газ баллоны эвакуацияланды. Ҡыҙғанысҡа, эҙләү-ҡотҡарыу эштәре барышында уттан һәләк булған өс кешенең кәүҙәһе табылды. Шәхси состав халыҡҡа ярҙамлашыуын дауам итә, янған ҡаралтылар һүтелә, ут быҫҡыған подвалдар тикшерелә.

Алексей Васильев, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса идаралығының махсуслаштырылған янғын-ҡотҡарыу часы етәксеһе