Быйыл 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Белая Калитва ҡалаһы эргәһендәге ҡаһарманлығына - 80 йыл

«Герой-атаевсыларҙың үлемһеҙ взводы» . Быйыл 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының Белая Калитва ҡалаһы эргәһендәге ҡаһарманлығына - 80 йыл. 1943 йылдың 21-22 ғинуарында Аннаклыч Атаев етәкселек иткән 30 кавалерист үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып дошмандарҙың һөжүмен кире ҡаға. Өфөлә геройҙарҙың туғандары ҡатнашлығында хәтер сараһы үтте. Төркмәнстан ҡунаҡтары менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Төркмәнстан ҡунаҡтары Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы экспонаттары менән таныша. Яугирҙар исемлеге, фотоһүрәттәр... Улар араһында Аннаклыч Атаевтың исеме айырым урын алып тора. Данлы дивизия тәүге ҡаты алыштарҙан һуң ҙур юғалтыуҙар кисерә, артабан уның составына башҡа милләт халыҡтары, шул иҫәптән төркмәндәр ҙә ҡушыла. Аныклач Атаев - 249-сы кавалерия полкы эскадроны командиры итеп тәғәйенләнә.

Геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығына 80 йыл тулды. Мин атайымдың дивизияла беренсе булып Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуы менән ғорурланам. Төркмәнстандан һуғыш йылдарында ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәрҙең күбеһе ҡаты алыштарҙа данлы дивизия составында хеҙмәт иткән.

Владимир Атаев, Советтар Союзы Геройы Аннаклыч Атаевтың улы

1943 йылдың ғинуарында лейтенант Аннаклыч Атаев етәкселегендә бик мөһим 79,9 бейеклеге яулана. Ике тәүлек туҡтауһыҙ барған ҡаты алышта 30 совет һалдаты 300 гитлерсыны, 3 танкты һәм 1 бронемашинаны юҡ итеп панфиловсыларҙың батырлығына тиң ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Лейтенант Аннаклыч Атаевҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә ҡалған 29 яугирға Бөйөк Ватан һуғышы 1-се дәрәжә ордены тапшырыла. Уларҙың береһе Мәсетле районынан Фазылйән Бәширов була. «Герой-атаевсыларҙың үлемһеҙ взводы» сараһында уның туғаны ла ҡатнашты.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә ойошторолған кисәлә фронт хәтирәләре яңғыраны, документаль видеояҙма күрһәтелде. «Герой-атаевсыларҙың үлемһеҙ взводы» сараһында Аннаклыч Атаевтың ейәне лә ҡатнашты.

Мине өләсәйем тәрбиәләп үҫтерҙе. Бәләкәй булғанға күрә күп хәтирәләҙе иҫтә лә ҡалдырмағанмын. 1973 йылда Белая КалитвА ҡалаһын азат итеүгә 30 йыл тулғанда Ростов өлкәһендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнаштым. Шул ваҡыттан алып 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым.

Анныклач Атаев, Советтар Союзы Геройы Аннаклыч Атаевтың ейәне

Ҡаһарман яугирҙар хөрмәтенә Белая Калитва ҡалаһында обелиск ҡуйылған, 79,9 бейеклеген халыҡ «Үлемһеҙ бейеклеге» тип атай. Яугирҙар хаҡындағы хәтер ҙә мәңгелек!

Әлфинә Килдейәрова