Иглин районы Яңы Ҡыбау ауылында мәсет асылды

Ҡыбау ырыуы башҡорттары билдәле яҡташтарын хөрмәтләне. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың тыуған төйәге Иглин районы Яңы Ҡыбау ауылында мәсет асылды. Тантанаға килгән халыҡ танылған опера йырсыһы һәм ауылдаштары рухын хәтергә алды. Был турала БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Изге сүрә тотош Яңы Ҡыбауға яңғыраны. Мәсет асыу тантанаһы ауылдаштарҙы тағы ла берләштерҙе. Ололар хәтерләүенсә, ауылдың 1906 йылда үҙ мәсете булған. Тик Октябрь революцияһынан һуң, 1917 йылда уның ишегенә лә йоҙаҡ эленә. Шул килеш, манараһы менән бергә 50-се йылдар аҙағына тиклем һаҡлана. Әммә, һуңынан сит кешеләр тарафынан ул һүтелә.

Ошо маҡсатта Яңы Ҡыбау ауылы ейәне Сафуан Әбүзәров иман йортон төҙөү башланғысын күтәреп сыға. Ҡасандыр уның олатаһы мәсеттең имамы булған.

Ауыл мәсетенең буш тормаҫына өмөт ҙур. Юҡҡа ғына, халыҡ алдында сүрә өләсәләре ярҙамында сүрә уҡыған балалар осраҡлы ғына ҡатнашманы.

Ауыл мәсете төҙөлөшөнә тотош иглиндәр ҙә үҙ өлөшөн индергән. Изге эштә һәр кемдең ярҙамы мөһим.

Танталы саранан һуң да, халыҡ таралышырға ашыҡманы. Мәсеттең эргә-тирәһенә ағас ултыртты, тәүге байрам намаҙын уҡыуҙа ҡатнашты. Иман йорто биләмәһендә ауылдаштар рухын иҫкә алып табын ойошторолдо.

Азат Ғәлиуллин