160 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар бар. Уларҙың күбеһе 36 йәштән 40 йәшкә тиклемгеләр. Волга буйы федераль округында ғаризаларҙың байтағы Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Башҡортостан һәм Татарстандан ҡабул ителгән. Был конкурс 2017 йылдан уҙғарылып килә. Унда етәкселек тәжрибәһе булған 55 йәшкә тиклемге граждандар ҡатнаша.