Башҡортостан депутаттары Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын ҡараясаҡ

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта Республиканың төп ҡануни документы - Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын ҡараясаҡ. Был турала бөгөн Президиум ултырышында белдерелде.

Парламенттың сираттағы ултырышында 50-нән ашып ҡануни проект тикшерелә. Улар араһында бюджет тураһындағы документты айырым билдәләргә мөмкин, тәүге тапҡыр финанс документтың килеме - 286, сығым өлөшө - 306 миллиард һум. Йәғни, финанслау талап ителгән көтөлмәгән проекттар килеп сыҡҡан. Әммә өҙөклөктөр булмаясаҡ, был айырма федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡса һәм һалым килеме иҫәбенә ҡаплана. Шулай уҡ депутаттар бушлай юридик ярҙам тураһындағы закон проектын ҡарай, Ғаилә кодексына ла үҙгәрештәр индерелә. Уға ярашлы, республика биләмәһендә суррогат әсәлеккә ҡағылған хоҡуҡи һорауҙар тикшерелә. Йәғни, был технологияларҙы Рәсәй гражданины булмаған кешеләргә ҡарата ҡулланыу тыйыла. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Башҡортостан конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса ла эш алып бара.

Президиум ултырышында «Төнгө футбол лигаһы» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусылар ҙа тәбрикләнде. Ул дәүләт власы, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен спортҡа йәлеп итеүҙе, сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Төнгө футбол лигаһын ойоштороу идеяһын Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай индергән.