Өфөлә 2 майҙан «Китап-байрамы» халыҡ-ара йәрминкәне күҙ алдына баҫтырған трамай йөрөй башланы

5-се маршрут Пушкин - «Дәүләт циркы» туҡталышына тиклем хәрәкәт итә. Сағыү милли орнаменттар менән биҙәлгән трамвайҙа пассажирҙарға кәштәлә китаптар ҡуйылған. Ҡаланың бер осонан икенсеһенә барып еткәнсе ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең аудиояҙмаһын тыңлау мөмкинлеге булдырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе Өфөлә 26-28 майҙа Совет майҙаны биләмәһендә үтә. Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусыларының китаптары менән йыһазландырылған электр транспорты даими йәрәйәсәк.

Баш ҡалала китап байрамын йыл һайын ойоштороу күҙаллана. Халыҡ-ара китап йәрминкәһенә билдәле Рәсәй яҙыусылары, сәнғәт әһелдәре килә. Ҡәләм оҫталары үҙ әҫәрҙәре менән таныштырып, китап һөйөүселәр менән аралашасаҡ.