Сит илгә сәфәрҙе халыҡ-ара кимәлдә эшләгән Евразия фәнни белем биреү үҙәге ойошторған. Республиканың юғары уҡыу йорттары ғалимдары Берләшкән ғәрәп әмирлектәре университеттары, тормошҡа ашырылған проекттар менән танышҡан, коллегалары менән аралашҡан. Сит илдән ҡайтҡан ғалимдарҙың тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Ваҡ ҡына ҡом һыу буйында ҡыҙыныу өсөн генә түгел, ғәрәптәр ошондай ҡомда йәшелсә-емеш, иген культуралары үҫтерә. Сөнки Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә беҙҙәге һымаҡ уңдырышлы тупраҡ юҡ, ерле халыҡ дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сөн заманса технологяиларҙы үҙләштерергә мәжбүр. Был система Башҡорт дәүләт аграр университеты лабораторияһында ла ҡуйылған. Ғалимдар әйтеүенсә, ул тәү сиратта картуфтың яңы сорттарын сығарғанда ҡулланыла. Тупраҡтан төрлө сирҙәр йоғоу ҡурҡынысы бар, ә аэро һәм гидро технология хәүефһеҙ, бында тамырҙар һауала эленеп тора йәки һыу эсендә.
Сәфәр барышында малсылыҡ, ит продукцияһы менән тәьмин итеү темаһы ла күтәрелгән. Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә мал өсөн үләнле туғайҙар юҡ. Был тармаҡты ла тик заман технологияларына нигеҙләнеп үҫтерергә тура килә. Башҡорт дәүләт аграр университетында ла селекция, генетика һәм эмбриология лабораторияһы эшләп килә. Ошо тәңгәлдәге хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле буласаҡ.
Ғәрәптәрҙе Өфө фән һәм технологяилар университеты ғалимдарының асыштары ла ҡыҙыҡһындырған. Тәү сиратта йөк автомобилдәре өсөн тәғәйенләнгән электродвигатель. Шулай уҡ белем биреү системаһында ла хеҙмәттәшлек итергә мөмкин. Ике дәүләт вузының дипломын биреү мөмкинлеге лә ҡарала.
Башҡортостандан ғәрәп әмирлектәренә15 ғалимдан торған делегация барған. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә үҙенең диуарында белдереүенсә, был хеҙмәттәшлек күләмле фәнни проекттарға нигеҙ һала. Башҡортостан ғалимдары сәфәр барышында шейх Маджид Рашид аль Муаллах менән дә осрашҡан. Ул Рәсәйҙең байтаҡ ҡалалары менән тығыҙ бәйләнештәр булдырылыуын һәм киләсәктә был исемлектә Өфөнөң дә лайыҡлы урын аласағын белдергән.
Башҡортостан ғалимдары берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә бер аҙна дауамында уҡыу йорттарының матди-техник базаһы, эш тәжрибәһе менән танышҡан. Был хеҙмәттәшлек киләсәктә яңы ғилми эҙләнеүҙәргә, фәнни асыштарға нигеҙ һалырға тейеш. Уҡыу йорттары араһында бәйләнештәрҙе нығытыу, ғалимдарҙың, студенттарҙың стажировкаларын ойоштороу ҡарала.
Рәмзиә Кәримова