Республика һалдаттарына сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн хәрби тәжрибәһе булған табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар һайлап алынды. Ирекле медицина рота составындағы 50-нән ашыу һөнәрмән махсус операция биләмәһенә Рәсәй оборонаһы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы юллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Йөрәк ҡушыуы буйынса Белорет районында йәшәүсе медицина хеҙмәткәре махсус операция биләмәһенә юлланырға әҙерләнә. «Үҙебеҙҙең егеттәргә» күп яҡлы ярҙам кәрәк булғанда ситтә ҡалырға ярамай тигән фекерҙә йәш медик. Башҡортостанда ойошторолған медицина ротаһы составында ул яҡташ һалдаттарға ярҙамға ашҡына.
Яраланған һалдаттарға тиҙ ярҙам күрһәтеү, уларҙы дауалау өсөн төрлө йүнәлештә эшләгән белгестәр бер ротаға тупланды. Хирургтар, анестезиолог, стоматолог, шәфҡәт туташтары, санитарҙар ил һаҡсыларына ярҙам итеү өсөн хәрби-тактик белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Яҡын арала аҡ халатлылар хәрби әҙерлек пункттарына, аҙаҡ махсус операция биләмәһенә юл тотасаҡ.
Башҡортостан медицина ротаһы үҙ ирке менән хәрби хеҙмәткә юлланған табиптарҙан ойошторолған. Рәсәй оборона министры менән төҙөлгән килешеү буйынса улар махсус түләүҙәр һәм социаль льготаларға эйә.
Медицина ротаһы киләсәктә ойоштороласаҡ Башҡорт полкы хәрбиҙәрен хеҙмәтләндерергә әҙерләнә. Тыуған еренән алыҫта булғанда ла улар һөнәри ҡиммәтәргә һәм Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап төп бурысын үтәргә - яугир ғүмерен ҡотҡарырға ашыға.
Флорида Ким