Баш ҡалала Зәйнулла Рәсүлевтың 190 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында бөгөн Зәйнулла Рәсүлевтың 190 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Ҙур фәнни форумда яҡташыбыҙҙың эштәре, уның нигеҙендә өйрәнелгән хеҙмәттәр барланды. Сара Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Ибн Син, йәғни Ислам мәҙәниәтен тикшереүҙәр фонды араһындағы хеҙмәттәшлек булдырылыуға ҡайтып ҡалды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондында, шулай уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған ҡулъяҙмалар һәм һирәк осраған баҫмалар кемде генә ҡыҙыҡһындырмай. Бигерәк тә сит ил ғалимдарын. Улар араһында Зәйнулла Рәсүлевтың хеҙмәттәре айырым урын биләй. Үҙ заманында мәғрифәтселек өлкәһендә ҡулланылған эштәре бөгөн дә көнүҙәк ҡала. Хатта ки, дин әһеленең яҙышҡан хаттары ла ғалимдар тарафынан ентекле өйрәнелә.

Шуға ла Зәйнулла Рәсүлевтың хеҙмәттәрен өйрәнеү, халыҡҡа еткереү маҡсатында ғилми-ғәмәли конференция үтте лә инде. Сарала Рәсәй төбәктәренән тыш, сит ил вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар дин әһеленең ҡулъяҙмалары нигеҙендә башҡарылған эштәрҙе барлап, бөгөнгөһөн бәйән итте.

Ошо маҡсатта фәнни форум ҡатнашыусылары Рәсүлев мәктәбенә айырым туҡталды. Фәлсәфәүи фекер, Илсам донъяһында мәҙәни-рухи бәйләнештә һәм традициялар, архив сығанаҡтарҙағы Зәйнулла ишан тормошо һәм уҡыусылары кеүек төрлө докладтар тыңланды. Фәнни форум нигеҙе итеп

Башланғысҡа нигеҙ һалынды. Ғилми-ғәмәли конференция Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Ибн Син, йәғни Ислам мәҙәниәтен тикшереүҙәр фонды араһындағы хеҙмәттәшлек булдырыуға ҡайтып ҡалды.

Азат Ғәлиуллин