Росреестр белгестәре журналистарға геодезия пункттарын тикшереү буйынса матбуғат туры ойошторҙо

Ер киңлектәре милли системаһы мәғлүмәте. Башҡортостанда федераль проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Росреестр белгестәре журналистарға геодезия пункттарын тикшереү буйынса матбуғат туры ойошторҙо. Унда БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.

Зинин геодезия пункты янында аэрофотоһүрәт төшөрөү маҡсатында һауаға квадрокоптер күтәрелә. Һуңынан был пункттың координацияларын билдәләү өсөн спутник геодезия ҡоролмаһы урынлаштырыласаҡ. Матбуғат туры барышында ерҙе файҙаланыу буйынса белгестәр журналистарға дәүләт геодезия селтәрҙәре пункттарын ни өсөн һаҡларға кәрәклеген аңлатты. Тап ошо пункттар координаталар һәм бейеклектәр хаҡында төп мәғлүмәт сығанағы. Уларға һаҡсыл ҡараш республика ер биләмәләрендә геодезия һәм картография эштәрен үтәгәндә теүәл иҫәпләүҙәр башҡарыу мөмкинлеген бирә,ти белгестәр. Башҡортостанда «Ер киңлектәре милли системаһы мәғлүмәте» федераль проекты тормошҡа ашырылыуы ла был обьекттарҙы һанлы форматҡа күсереү мөмкинлеген тиҙләтә.

Башҡортостан биләмәләрендә 2856 геодезия һәм 1275 нивелир пункты бар. Улар ер участкаларында, капиталь төҙөлөш обьекттары түбәләрендә, стеналарында, подвалдарҙа, яһалма ҡоролмаларҙа урынлашыуы ихтимал. Әммә хужалыҡ иткәндәге һаҡһыҙлыҡ, вандаллыҡ осраҡтары был пункттарға зыян килтерелеүҙә төп сәбәп булып тора. Баҫыуҙарҙағы пункттарҙы ауыл хужалығы техникаһы емерә. Белгестәр металл пирамидаларҙың 93 проценты киҫеп алынған, тип билдәләй. Геодезия пункттарына зыян килтереүселәргә административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Башҡортостанда «Ер киңлектәре милли системаһы мәғлүмәте» федераль пилот проекты тормошҡа ашырылыуы ер биләмәләрен берҙәм картографик нигеҙгә күсереү мөмкинлеген бирә. Был форматҡа тулыһынса күсеү күсемһеҙ милек хаҡында теүәл мәғлүмәт алыу, һанлаштырыу, хоҡуҡтарҙы һәм кадастр иҫәбен рәсмиләштереү мөҙҙәтен тиҙләтеү мөмкинлеген бирәсәк.

Быйыл геодезистар пилотһыҙ осоу аппаратары ярҙамында 900 гектарҙан ашыу майҙанды тикшергән. 2800 ашыу дәүләт геодезия селтәрҙәре пункттары һәм невилир сетләрҙәре пункттарының 70 % тикшерелеп һәр береһендә һаҡ зонаһы булдырылған. Барлыҡ был мәғлүмәттәр берҙәм дәүләт реестрында теркәлгән.

Гүзәл Борханова