Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ярҙам күрһәтеү өсөн медицина ротаһы булдырылды

 Республика  Башлығы  хакимиәте  етәксеһе  Максим Забелин  социаль  селтәрҙә  шулай  тип хәбәр итте. - Беҙҙең бурыс - алғы һыҙыҡта медицина  ярҙамын ойоштороу, хәрбиҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итеү.  Беҙ был  яуаплы  бурысҡа  әҙер. Медицина ротаһының эшен алғы һыҙыҡта  мөмкин тиклем  һөҙөмтәле  итеп  ойошторорға планлаштырабыҙ, - ти Максим Забелин. Рота составында табиптар, шәфҡәт туташтары,  фельдшерҙар, санитарҙар, водителдәр - йәмғеһе  50 кеше  бар.