Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында күмәртәләп һатыу һәм таратыу комплексы төҙөлөшө проекты ҡаралды. “БашФуд” тип аталған үҙәк Өфө районында урынлаша. Бында өс ҙур бинала аҙыҡ-түлек һаҡланасаҡ. Төҙөлөшкә 1 миллиард һум инвестиция йәлеп ителә. Комплекста 1,5 мең кешегә эш урыны була. Ултырышта проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде һәм дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә.