Көрәш һарайының монолит стеналары төҙөлөшө тамамланды. Әле эшселәр ҡыйыҡты монтажлауға тотонған. Күптән түгел генә төҙөлә башлауына ҡарамаҫтан, буласаҡ спорт комплексының йөҙөн әле үк төҫмөрләргә мөмкин. Проект авторҙары әйтеүенсә, халыҡ-ара кимәлддәге көрәш һарайы республикала ғына түгел, тотош илдә уникаль һәм һоҡландырғыс бина буласаҡ. Бөгөн эш барышы менән төбәк башлығы Радий Хәбиров та танышты. Эш сәфәре тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажы.
Әле ике йыл элек кенә баш ҡаланың Муса Гәрәев, архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдарын үҙ эсенә алған кварталда ҡола ялан ине. Бөгөн иһә был урында мөһаббәт бина ҡалҡып сыҡҡан. Әленән үк уның ни тиклем күләмле һәм республика өсөн ят бина буласағын төҫмөрләргә мөмкин. Ысынлап та, төҙөүселәр уны спорт көрәшенең тыуған иле - боронғо Греция архитектураһына оҡшатып эшләй.
Атамаһы көрәш һарайы булһа ла, был комплекста бик күп спорт төрҙәренә урын биреләсәк. Профессиональ спортсылар ҙа, мауығыусылар ҙа берҙәй тигеҙ инә алсаҡ. Бының өсөн 8 спорт майҙансығы төҙөү ҡаралған. Ә инде тамашасылар өсөн уңайлы амфитеатр төҙөләсәк. Ғөмүмән, ҡала шарттарына ҡулайлаштырылған ҙур спорт комплексының барлыҡҡа килеүе тотош Рәсәйҙә үҙенсәлекле күренеш.
Көрәш һарайы төҙөтөү минең күптәнге хыялым, тигәйне төбәк башлығы. Үҙе лә көрәш мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе булараҡ Радий Хәбиров был спорт объектына ҙур иғтибар бүлә. Шуға күрә төҙөлөш этабы , материалдар менән дә шәхсән ҡыҙыҡһына.
Төҙөүселәр илдәге спорт объекттарҙы иҫәпкә алып Өфөләге көрәш һарайын мөмкин тиклем күп яҡлы, уңайлы эшләргә тырышҡан. Бында киләсәктә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге спорт сараларын уҙғарырға мөмкин буласаҡ.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, көрәш һарайы төҙөлөшө борсолоу тыуҙырмай. Эш теүәл һәм ваҡытында башҡарыла. Ә инде тәүге спортсыларын ул Өфөнөң 450 йыллығына, йәғни киләһе йылға ҡабул итәсәк.
Айнур Кәбиров