Өфөлә Рәми Ғарипов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса республика асыҡ турниры уҙҙы

Йыл һайын ойошторолған ярышта Баймаҡ, Илеш, Миәкә, Әбйәлил райондары, Өфө ҡалаһы һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары ҡатнашты.

Халыҡ шағиры иҫтәлегенә арналған бәйге быйыл 16-сы тапҡыр үткәрелде. Ул уҡыусылар араһында милли көрәште үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалау һәм иң көслө баһадирҙарҙы билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Турнирҙы асыу тантанаһында сығыш яһаусылар билдәләүенсә, үҫмерҙәр араһында бындай ярыштар уҙғарыу республикала милли спортты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ә милли көрәш менән шөғөлләнеү балаларҙа ихтыяр һәм дәрт көсөн туплауға ярҙам итә.

Республика асыҡ турниры юғары кимәлдә ойошторолдо. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса команда беренселегендә тәүге урынды Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты көрәшселәре яуланы.